Бөгөн Өфөлә республика журналистары бүләкләнде

.“Башинформ” мәғлүмәт агентлығында үткән тантанала газета-журнал, радио һәм телевидение хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Уларға Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан дәүләт наградалары тапшырылды. Сарала шулай уҡ ижади конкурс еңеүселәре асыҡланды. Коллегабыҙ, БСТ телеканалының Яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин “Алға” иҡтисади биләмәһе эшмәкәрлеген яҡтыртыу буйынса журналистар ярышында 1-се урын яуланы. 

Бөгөн Өфөлә республика журналистары бүләкләнде

“Юлдаш” радиоһы Яңылыҡтар хеҙмәтенең “Алға” иҡтисади биләмәһенә арналған материалдар шәлкеме конкурста 2-се урынға лайыҡ булды. “Спутник ФМ” радиоһы 3-сө урын алды.

Киң мәғлүмәт сараларында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау темаһына арналған эштәр араһында “Ҡыҙыл таң” газетаһы 1-се дәрәжә диплом менән бүләкләнде. “Беҙ спорт яратабыҙ, уҡыусыларыбыҙҙы ла сәләмәт булырға, яман ғәҙәттәрҙән арынырға өндәйбеҙ”, - ти баҫманың бүлек етәксеһе Резедә Ғәликәйева.

Бөгөн Өфөлә республика журналистары бүләкләнде

Республика Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев журналистарға рәхмәт белдерҙе. “Һөнәрҙәштәребеҙ хеҙмәтен намыҫлы башҡара. Улар махсус хәрби операция барышын яҡтырта, яугирҙәргә ебәрелгән гуманитар ылауҙы оҙатып бара. Бөгөн беҙгә шулай уҡ ялған мәғлүмәттәр менән дә көрәшергә тура килә”, - тине ведомство етәксеһе. Ул коллегаларыбыҙҙы Матбуғат көнө менән тәбрикләне һәм уңыштар теләне.

Фото №1 - Бөгөн Өфөлә республика журналистары бүләкләнде
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ