Бөгөн Өфөлә “Аксаков шыршыһы” үтте

Бөгөн Өфөлә “Аксаков шыршыһы” үтте

Бөгөн Өфөлә “Аксаков шыршыһы” үтте. Байрамға һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән, республиканың ҡала һәм райондарынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары саҡырылды. 6 йәштән 12 йәшкә тиклем 250 бала ҡатнашты. Уларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың тормош иптәше Каринэ Хәбирова сәләмләне.

Бөгөн Өфөлә “Аксаков шыршыһы” үтте

Балаларға байрам программаһы, бүләктәр әҙерләнгән. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, әкиәт геройҙары менән осрашыу булды. Аҙаҡ Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында “Щелкунчик” спектакле тәҡдим ителде. Өфө ҡалаһынан Арсен Вәлиевтың атаһы махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ул байрамға әсәһе менән килгән.

Бөгөн Өфөлә “Аксаков шыршыһы” үтте
Фото №1 - Бөгөн Өфөлә “Аксаков шыршыһы” үтте
Фото №2 - Бөгөн Өфөлә “Аксаков шыршыһы” үтте

Хәлит Сафин фотолары. 

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ