Хәйриә акцияһы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ойошторолдо. Байрам ҡунаҡтары яратҡан әкиәт геройҙары менән фотоға төштө, аквагрим менән биттәренә биҙәктәр яһатты, шыршы тирәләй әйләнде, спектакль ҡараны. Тамаша ҡунаҡтарының тәьҫораттарын БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова уртаҡлашты.
Аксаков шыршыһы көтөп алынған тамашаларҙың береһе, 2019 йылдан ғәмәлгә ашырылған проект физик мөмкинлеге сикләнгән балаларға яңы йыл мөғжизәһе бүләк итә. Коронавирус пандемияһы менән бәйле сара ике йыл дауамында уҙғарылмай торҙо, әммә быйыл Аксаков шыршыһы йәнә үҙҙенең дуҫтарын йыйҙы. Сараға махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың балалары ла саҡырылған.
Тылсым, мөғжизә донъяһы ишек төбөнән үк башлана. Балаларҙы яратҡан әкиәт геройҙары ҡаршы ала, уйынсыҡтар бүләк итә, тәмлекәстәр менән һыйлай. Ошонда уҡ иҫтәлеккә фото төшөргә, оҫтаханаларҙа шөғөлләнергә, биткә аквагрим менән һүрәттәр яһатырға ммөкин. Асия Шәрәфетдинова рәссам, хәйриә акцияларында һәр ваҡыт ҡатнаша, балаларҙы ҡыуандырыу үҙе бәхет, кинәнес, ти ул.
Аксаков шыршыһы 2019 йылдан ойошторола. Хәйриә акцияһына быйыл физик мөмкинлеге сикләнгән 300-гә яҡын бала саҡырылған. Ата-әсәләре әйтеүенсә, ошондай саралар бик мөһим. Сөнки ауыр сиргә дусар булған балалар күңел төшөнкөлөгөнә йыш бирелә, ә был тамашалар рух күтәренкелеге, яҡшы кәйеф бүләк итә. Ул сәләмәтлеккә лә ыңғай йоғонто яһай.
Тамаша ҡунаҡтары араһында махсус хәрби операцияла ҡтнашыусыларҙың ғаиләләре лә бар. Улар ҙа йылы мөнәсәббәт, иғтибар өсөн рәхмәтле. Райондарҙан килгән делегацияларҙы медицина хеҙмәткәрҙәре оҙатып килгән.
Хәйриә акцияһы сағыу, иҫтәлекле мәлдәргә бай булды. Балалар рәхәтләнеп ял итте, күңел асты, бер-береһе менән аралашты. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистары ҡуйған «Щелкунчик» спектакле иһә кескәй тамашасыларға онотлмаҫлыҡ тәьҫораттар бүләк итте.
Республикала физик мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн төрлө саралар уҙғарыла. Ойоштороусылар әйтеүенсә, һәр бер бала үҙен йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы ағзаһы итеп тойорға тейеш. Аксаков шыршыһы дәүләт кимәлендә алып барылған ошо социаль сәйәсәттең бер сағылышы.
Рәмзиә Кәримова






