Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы, профессор Ишмөхәмәт Ғәләүетдиновтың тыуыуына 75 тулыу уңайынан ғилми-ғәмәли семинар ойошторолдо.
Телсе ғалимдар студенттарҙы шәхестең ғилми мираҫы менән таныштырҙы, уның башҡорт тел ғилемендә тотҡан урыны тураһында һөйләне. Танылған ғалим, оҫта педагог Ишмөхәмәт Ғилметдин Ғәләүетдинов улы оҙаҡ йылдар Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты ректоры булып эшләне. Башҡортостан фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәй гуманитар фәндәр академияһы ағзаһы, 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемгә лә лайыҡ булды.



