Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау министрлығы алдында ошондай бурыс ҡуйҙы. Йөклө ҡатын - ҡыҙҙар, әсәләр һәм өс йәшкә тиклемге балалар өсөн ул 15 эш көнө, ә махсус операцияла ҡатнашҡан граждандарҙың ғаилә ағзалары өсөн 10 көнгә тиклем булырға тейеш.
Республикала бындай ярҙам алған 450-гә яҡын бала һәм хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ҡатыны иҫәпләнә. Андрей Назаров яугирҙарҙың ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күреүҙең ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.







