Бөгөн Тәтешле районы халҡы үҙенең батыр улы Фәнис Хөсәйеновты һуңғы юлға оҙатты

Бөгөн Тәтешле районы махсус хәрби операцияла һәләк булған батыр улы, 24 йәшлек Фәнис Хөсәйеновты һуңғы юлға оҙатты. Матәм митингында Радий Хәбиров ҡатнашып уның яҡындарына генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Табын ырыуы батыры менән хушлашыу сараһынан БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева репортажы.

Батыр улын оҙатырға Тәтешле районы һәм республика төбәктәренән йөҙҙәрсә кеше килде. Ҡаһарманлығы менән бөтә илгә танылыу алған Фәнис Хөсәйеновтың исемен Радий Хәбиров мәңгеләштерергә ҡушты, әсәһе Фәриҙә Мәғҙән ҡыҙына генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.

Яңы Ҡайпан ауылында тыуған Фәнис Әҙип улы олатаһы менән әсәһе тәрбиәһендә үҫкән. Бишенсе кластан Пермь крайы Барҙа ауылы мәктәбендә белем алған.

Төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы техникумында тракторист- машинист һөнәренә уҡыған. Армияла кесе сержант «Төньяҡ Кавказда хеҙмәт өсөн» миҙалы һәм «Кавказдағы хеҙмәт өсөн» күкрәк билдәһе менән бүләкләнгән. Былтыр йәй үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға киткән.

«Барыҫ-17» ирекле батальонының өсөнсө ротаһы составындағы һалдат 3 сентябрҙә бер үҙе махсус заданиеға сыҡҡанда дошман бронетранспортерындағы ете кешенең икеһен юҡ иткән, береһен әсирлеккә алған, ҡалғандары ҡасып ҡотолған. Украина БТР-ын трофей итеп алып сыҡҡан яугир һуңынан уның менән яраланған генерал-майорҙы госпиталгә илткән. Дошман снаряды төшөп зыян күргән яҡташының ғүмерен дә ҡотҡарып ҡалған.

Ҡыйыулығы өсөн ул тыуған иленә бер айлыҡ ял менән бүләкләнгән. Сентябрҙә ял иткәс тә мобилизация буйынса тағы Украинаға юлланған.

Былтыр декабрҙә «Йоҡабаш» ҡушаматлы яугирҙың үлеме тураһында хәбәр сыҡты. Әммә уға халыҡ ышанманы һәм ҡара хәбәрҙең бары тик «фейк» булыуын теләй ине. Сөнки һәр кем шундай ҡыйыу йөрәкле егеттең тик еңеү менән әйләнеп ҡайтырын көттө. Батыр яҡташыбыҙҙың ғүмере 20 декабрҙә өҙөлгән.

Табын ырыуының утты-һыуҙы кискән аҫыл башҡорто Фәнис Хөсәйенов Яңы Ҡайпан ауылы зыяратында ерләнде. Уның өс йәшлек ҡыҙы ҡалды.

Рәмилә Исмәғилева

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ