Был дата 1963 йылда СССР телевидениеһында балалар редакцияһы булдырылыу менән бәйле. "Ералаш", "Әкиәттә ҡунаҡта", "Тыныс йоҡо, кескәйҙәр" программаларын балалар яратып ҡарай. Башҡортостанда ла балалар телерадиостудияһы уңышлы эшләп килә. “"Тамыр"- балаларға сағыу һәм ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар тәҡдим итә. Студия тапшырыуҙары Рәсәй кимәлендәге оҫталыҡ бәйгеләрендә даими призлы урындар ала”, - ти телеканал етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина.
1992 йылдың 2 мартында Башҡортостан телевидениеһында балалар өсөн тәүге сығарылыш - "Сәңгелдәк" тапшырыуы күрһәтелә. Ул "Тамыр" студияһының тәүге ижад емеше була. Балалар алып барған тапшырыу шунда уҡ танылыу яулай.







