“Башҡортостан социаль карталар регистры” ойошмаһынан шул турала хәбәр итәләр. 2019 йылдан 1 миллион 376 меңдән ашыу “Алға” электрон ҡушымтаһы тейәлгән карталар алынған. Улар араһында транспорт, мәктәп уҡыусыһы, социаль, корпоратив, виртуаль карталар бар. Былтыр республика халҡы йәмәғәт транспортында 76 миллион тапҡыр “Алға” картаһы аша түләгән. Әле мобиль ҡушымта эшләй. Уның менән 355 мең кеше ҡуллана.







