Республикала 17 йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ҡаралған пособиеға бәйле чат-бот эшләй башланы. Уны Республика менән идара итеү үҙәге һәм Социаль фондтың төбәк бүлексәһе белгестәре булдырған. Һанлы ярҙамсы ғаиләгә тәғәйенләнгән түләүҙәр, аҡсаның күләме, алыу шарттары, ғаризаны ҡарау мөҙҙәте менән таныштыра. Чат-ботты Телеграм мессенджерында табырға мөмкин. Рәсәй Социаль фондының республика бүлексәһе ауырлы ҡатындарҙан һәм ғаиләләрҙән 16 мең самаһы ғариза ҡабул иткән.







