Башҡортостанда урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһын тормошҡа ашырыуға 500 миллион һум аҡса бүленгән. Был былтырға ҡарағанда 100 миллион һумға күберәк. Кңҙалланыуынса, конкурс март аҙағына тиклем дауам итә. Әле ҡатнашыусылар тейешле документтар юллау менән мәшғүл. Ейәнсура районы ауыл биләмәләре конкурста беренсе йыл ғына ҡатнашмай. Быйыл райондаштар программа ярҙамында мәҙәниәт йорттарын төҙөкләндереү, зыяратты кәртәләп алыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Был йырҙы һәүәҫкәр коллектив конкурста ҡатнашыу өсөн махсус ижад иткән. «Ҡарасәй» фольклор ансамбле 30 йылдан ашыу башҡорт халыҡ йыр-моңон таратыуға бар көсөн һала, ижад тип янып йәшәй. Сирғол ауылы һәүәҫкәр артистары урындағы мәҙәниәт йортон төҙөкләндерергә, бинаның иҙәнен алмаштырырға һәм уның тирә-яғын тәртипкә килтерергә йыйына.
Назар ауылы халҡының теләге лә мәҙәниәт йортонда ремонт үткәреү. Төрлө байрамдарҙа ижад үҙәгенән кеше өҙөлмәй. Ошо уҡ бинала ауыл китапханаһы ла урынлашҡан. «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» программаһы ярҙамында ауылдаштар балалар майҙансығы төҙөү, трактор һатып алыуға ирешкән дә инде. Буласаҡ проекттарға бағыусылар ҙа үҙ өлөшөн индерергә әҙер.
Ә Яңы Юлда кн тәртибендә ауыл зыяратын төҙөкләндереү. Был йүнәлештә эштәр 2021 йылда уҡ башлана, тик аҡса етмәү сәбәпле, туҡтап ҡала. Төҙөкләндереүҙе тамамлауҙы урындағылар изге бурыс һанай.
Дәүләт программаһы кесе Ватанды төҙөкләндереү өсөн уңайлы механизмға әүерелде. Конкурс әүҙем бара. Ошо көндәрҙә бәйгелә ҡатнашыусылар төрлө саралар ойоштороу, документтар әҙерләү менән мәшғүл. Һөҙөмтәләр март аҙағында билдәле була.
Рәзилә Ғиниәтуллина






