Башҡортостанда Рәсәй кимәлендә тәүгеләрҙән булып бал ҡорттарына һәм балға молекуляр-генетик экспертиза яһала башлай. Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан «Алтын солоҡ» умартасылыҡ продукцияһын һаҡлау һәм үҫтереү буйынса төбәк-ара үҙәккә лаборатория статусы бирелде. Бындай кимәлдәге тикшеренеүҙәр әлегә тиклем башҡа бер төбәктә лә уҙғарылмаған. Былтыр ойошма урта рус тоҡомло бал ҡорттарын үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ репродукторы статусын да алғайны. Сирек быуаттан ашыу эшмәкәрлек барышында үҙәктә ҙур ДНК банкы булдырылған, ул даими тулыландырыла. Ҡиммәтле мәғлүмәт һәр тоҡом бал ҡорто өсөн эталон идентификаторҙар булдырырға ярҙам итәсәк.
Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса төбәктең Ауыл хужалығы министрлығы түмәр-солоҡ умартасылығын үҫтереү буйынса программа проектын да әҙерләгән. Ошо маҡсатта быйыл республика ҡаҙнаһынан 20 миллион һум бүленә. Оператив кәңәшмә барышында Радий Хәбиров субсидия алыуҙа төп шартты ла билдәләп үтте - мотлаҡ рәүештә башҡорт солоҡ ҡорто булырға тейеш.




