Ейәнсуралар кәзә дебетенән бәйләнгән шәлдәрен билдәле башҡорт брендына әүерелдерергә ниәтләй

Ейәнсуралар кәзә дебетенән бәйләнгән шәлдәрен тотош Рәсәйгә билдәле башҡорт брендына әүерелдерергә ниәтләй. Шәл бәйләү оҫталығы быуындан-быуынға күсеп килә. Яурынға һалынған шәл хужабикәләрҙе һыуыҡта өшөтмәй, шәл һатып ҡулаҡса эшләү ғаиләнең матди хәлен яҡшыртыуға булышлыҡ итә. Ейәнсура шәлдәренең тормоштағы мөһим роле хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Ейәнсура ҡатын-ҡыҙҙары яҡшы шәл өсмөйөшләп тотҡанда ҡулда бейеп торорға тейеш, тигән фекерҙә. Уны тап ошо сифатына ҡарап һайларға мөмкин. Әммә шәл яулыҡтан айырмалы рәүештә йомшаҡ, еңел һәм йылы тотһон өсөн хужабикәләр төрлө алымдар һәм ысулдар ҡуллана.

Элек-электән ҡатын-ҡыҙҙар кис ултырыуға йөрөп шәл бәйләгән. Ҡатын -ҡыҙҙар үҙ-ара аралашҡан, йырҙар йырлаған, шаян таҡмаҡтар менән эштәре лә ырамлы барған. Шәл бәйләү серҙәрен, ҡаҙаяҡ, урман, ҡояш, сәскә, тулҡын, тау биҙәктәрен әсәләр ҡыҙҙҙарына ла өйрәткән. Был сылбыр бөгөн дә дауам итә.

Ейәнсура шәлдәре тап ошо төбәктәге кәзә дебетенән етештерелә. Уны эшкәртеү, ҡылын айырыу, тарауға айҙан ашыу ваҡыт китә. Эре күҙле итеп бәйләнгән шәл дә, өшөүҙән һаҡлай, йылыта ала.

Шәл бәйләү оҫталығын һөнәрселәр күргәҙмәһен Каринэ Хәбирова ла ҡараны. Был Каринэ Владимировнаның Ейәнсура шәлдәре менән беренсегә танышыуы түгел.

Ырымбур шәлдәре хаҡында һәр кемебеҙ хәбарҙар. Ейәнсуралар ҙа үҙ төбәгендә бәйләнгән шәлдең данын Башҡортостан киңлегенән сығып, бөтә илгә таратырға ниәтләй.

Дебет шәл тарихи күгәҙмәләр түрен биләй. Ул алыштырғыһыҙ һәм уңайлы кейем өлгөһө генә түгел, ә йәшәү, ҙур ғаиләлә шәл һатып, ҡулаҡса эшләү, бала үҫтереү, уҡытыу сараһы ла.

Ейәнсура шәле ябай яулыҡ түгел, унда тотош ил тарихы, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары булмышы. Юғары технологиялар үҫешкән дәүерҙә йәшәйбеҙ, баҙарҙа кейемдең ниндәйе генә юҡ. Әммә һәр ҡатын-ҡыҙҙың төпкөл ауылда йәшәгән ағинәйҙәребеҙҙең ҡул көсө, күңел йылыһы, күҙ нурҙары түгеп бәйләнгән шәленә төрөнгөһө килә. Сөнки бындай шәл иңгә һалыу менән беҙҙе йылы ҡосағына ала.

Минең ҡулымда Ейәнсура дебет шәленең аҫыл өлгөһө. Районда ике тиҫтә йыл дауамында асыҡ шәл фествале үткәрелеп килә. Республика халыҡ кәсептәре фестивалендә лә Ейәесуралар 15 йыл дауамында гран-при яулай. Тимәк, Ейәнсура шәлен бренд кимәленә күтәрергә һөҙөмтәләр ҙә, уңыштар ҙа етәрлек.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ