«Нефаз» заводында йыйылған заманса, уңайлы йәмәғәт транспорт иртәгә үк Өфө урамдарында йөрөй башлай. Башҡортостан башлығы белдереүенсә, быйыл район үҙәктәре менән ауылдар араһындағы автобус бәйләнешен дә үҫтереү ҡаралған. Транспорт реформаһын ғәмәлгә ашырыу хаҡында БЮТ хәбәрсеһе рәмзиә Кәримова репортажы.
Рифат Ғүмәровтың водитель стажы күп түгел, әммә егет төрлө категориялы йәмәғәт транспортында эшләп ҡараған. Яңы автобус руль артындағылар өсөн дә, пассажирҙарға ла уңайлы, ти ул. Камералар аша юлды ла, салонды ла күҙәтеп барырға мөмкин, коляскала инеү өсөн баҫҡысты төшөрөргә була.
Транспорт реформаһы 2018 йылдан тормошҡа ашырыла. Ошо осорҙа баш ҡала халҡын хеҙмәтләндергән йәмәғәт транспортының 80 процентҡа тиклеме яңырған. Шулай уҡ эш шарттарының яҡшырыуы, хеҙмәт хаҡының күтәрелеүе лә күҙәтелә. Әлеге көндә «Башавтотранс» предприятиеһында 5 меңдән ашыу кеше эшләй, уларҙың 2 меңдән күберәге водителдәр. Уртаса хеҙмәт хаҡы 48 мең һум, Өфө машруттарында эшләүселәрҙең 60 мең һумға етә. Радий Хәбиров предприятие етәкселегенә рәхмәт белдерҙе, «Башавтотранс» - беҙҙең стратегик партнер, тине Республика башлығы.
Яңы, заманса «Нефаз» автобустары иртәгә Өфө маршруттарында йөрөй башлай. Предприятиеның генераль директоры Надир Сәмиев әйтеүенсә, транспорт паркын яңыртыу даими барырға тейеш, сөнки ваҡыт үтеү менән техника иҫкерә, сафтан сыға.
Транспорт реформаһы дауам итә. Радий Хәбиров белдереүенсә, быйыл район үҙәктәре һәм ауылдар араһында автобус маршруттарын үҫтереү буйынса программаның тәүге этабы тормошҡа ашырыла башлай.
Транспорт паркының яңырыуы пассажирҙар иҫәбенә лә ыңғай йоғонто яһай. Былтыр Башавтотранс автобустарында йөрөүселәр 14 процентҡа артып 120 миллионға еткән. Уларҙың яртыһы тиерлек Алға картаһы менән ҡулланған. Йәғни транспорт реформаһы башланғандан һуң пассажирҙар әйләнеше 41 миллионға күбәйгән.
Рәмзиә Кәримова



