Күгиҙел ауылы фермеры Ғәзиз Фәттәхов ошондай хужалыҡтар етәкселәренең береһе. Тоҡомло һыйырҙар үрсеткән йүнсел яҡын йылдарҙа мал иҫәбен тағы ла арттырыу маҡсаты ҡуйған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Күгиҙелдән Ғәзиз Фәттәхов үҙ эшен 2019 йылда башлап ебәрә. Герефорд тоҡомло һыйырҙар үрсетә ул. Фермер хужалыҡты 15 баш менән башлай, әле аҙбарында малдар һаны 50 -нән ашыу.Был ит тоҡомло мал һыуыҡҡа бирешмәй,аҫрау күпкә еңелерәк,- ти ул.
Йүнсел бынан ике йыл элек «Яңы эш башлаусы фермер» дәүләт программаһы буйынса матди ярҙам алыуға өлгәшә. Был,үҙ сиратында, эштәрҙе яйға һалыуға оло этәргес була - ул тоҡомло мал һанын арттыра. Ғәзиздең хужалыҡ алып барғанда төп терәк-таянысы атаһы.
Ғәзиз Әхнәф улы шәхси хужалығын булдырғанға тиклем вахта ысулы менән ҡырҙа эшләй. Тыуған яғына ҡайтып, малсылыҡ тармағын йәйелдереүсе йәш егеткә һоҡланмау мөмкин түгел.Тап улар ише-ауылдың киләсәге.
Альбина Байегетова






