Өлкән йәштәге республика вәкилдәре 2 меңлек сертификатҡа эйә була ала

55 йәштән өлкәнерәк республика вәкилдәре «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проекты сиктәрендә 2 меңлек сертификатҡа эйә була ала. Мөмкинлек тураһында төбәктең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығынан хәбәр ителде.

Матди ярҙамды йога, бейеү, дауалау физкультураһына, финанс грамоталыҡ дәрестәренә йөрөү, сит телдәр өйрәнеү өсөн файҙаланырға мөмкин. Исемлектә яңы йүнәлеш - балыҡсылыҡ нигеҙҙәрен үҙләштереү ҙә бар.

Сертификат алыу өсөн, Күп функциялы үҙәккә йәки Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәктәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проекты Республика башлығы ҡушыуы буйынса 2020 йылдан алып тормошҡа ашырыла.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ