Республикала уҡытыусы һәм остаз йылына старт бирелде

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ойошторолоуға 56 йыл тулыу уңайынан вузда байрам сараһы уҙҙы. Уҡытыусы һәм остаз һәр дәүерҙә абруйлы һөнәр булып ҡала, теләһә ниндәй шарттарҙа ла улар кешелекте тәрбиәләү эшенән туҡтамаған, тип билдәләнде. Республика мәғарифы өсөн кадрҙар әҙерләүсе университетта быйыл байтаҡ саралар көтөлә, шуларҙың береһе - беренсе тапҡыр майҙа студенттар араһында йыл уҡытыусыһы конкурсы ойоштороласаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ