Республикала һыуҙа ҡойоноу өсөн 99 мәке әҙерләнгән. Байрам алдынан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре боҙҙоң ҡалынлығын, ә водолаздар сумыу урындарының хәүефһеҙ булыуын тикшерҙе. Йола урындарында полиция һәм медицина хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар эшләйәсәк. Байрамда ҡатнашыусылар уңайлығы өсөн йылы аш әҙерләү, йылы палаткалар, бәҙрәфтәр ҡуйыу ҡаралған. Ҡотҡарыусылар һыуға тик йыһазландырылған урындарҙа ғына сумырға, хәүефһеҙлек талаптарын теүәл үтәргә кәңәш итә.






