Унда министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре, баш ҡала советы депутаттары, йәмәғәтселәр ҡатнашты. Кәңәшмә алдынан Башҡортостан Башлығы юбилейға тормошҡа ашырыласаҡ проекттар күргәҙмәһе менән танышты. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Өфө илдең иң яҡшы ҡалаһы булырға тейеш.
Өфөнөң 450 йыллығы 2024 йылда билдәләнә. Ошо ваҡытҡа мәғариф, мәҙәни, спорт, транспорт һәм инфраструктура объекттары файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.







