Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың яҙғы сессиялағы беренсе ултырышында “Хөкүмәт сәғәте” үтә. Унда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә бәйле закондар үтәлеше ҡарала. Депутаттар яугирҙәр һәм уларҙың яҡындарына күберәк социаль ярҙам күрһәтергә тәҡдим итә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышы 26 ғинуарға тәғәйенләнгән. Әле республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренә 33 төр ярҙам күрһәтелә.







