Башҡортостан вәкилдәре рәсми сәфәр менән Беларусь Республикаһында

Хөкүмәттән хәбәр итеүҙәренсә, Минскиҙа бер нисә эшлекле осрашыу үткән. Делегация Минск автомобиль заводы һәм “Атлант” ойошмаһында булған. Унда Бәләбәйҙәге “БелЗАН” заводынан Минскиға күберәк нығытма деталдәре оҙатырға килешелде. Бынан тыш, Өфө трамвай-троллейбус заводы һәм Минск автомобиль заводы яңы модель троллейбус сығарырға ниәтләй. Уны Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумында тәҡдим итеү ҡарала. Беларускә рәсми сәфәр дауам итә. Минскиға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың килеүе көтөлә.

Фото №1 - Башҡортостан вәкилдәре рәсми сәфәр менән Беларусь Республикаһында
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ