Сәләмәтлекте нығытҡандан һуң, дошман менән алышты дауам итәсәкбеҙ. Был турала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар белдерә. Улар алғы һыҙыҡта яраланғандан һуң дауаланып, әле Башҡортостанда реабилитация үтә. Яугирҙарҙың рухын күтәреү өсөн улар алдында эстрада артистары сығыш яһаны. БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин репортажы.
Махсус хәрби операция биләмәһенә «Рус» ҡушаматлы яугир өлөшләтә мобилизация буйынса эләгә. Разведка ротаһында хәрби бурысын үтәгәндә контузия ала. Мәскәү өлкәһендәге госпиталдәрҙең береһендә дауаланғандан һуң, реабилитация үтеү өсөн Башҡортостанға ҡайтарылған. Өйҙә бит хатта стеналар ҙа шифалы, ти яугир.
Республика клиник психиатрия дауаханаһының реабилитация бүлеге ике меңенсе йылдар башынан бирле эшләй. Башта унда Афған һуғышы ветерандары, артабан төньяҡ Кавказдағы бәрелештәрҙә йәрәхәтләнеүселәр һаулығын нығыта. Әле бында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа ҡабул ителә.
Стәрлетамаҡтан «Павильон» төркөмө махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар алдында йыш сығыш яһай. Бер нисә тапҡыр уларға Донбасста, алғы һыҙыҡта ла булырға тура килгән. Әле улар йырҙарын реабилитация бүлеге пациенттарына бағышлай.
Залда Шайморатов батальоны яугирҙары ла бар. Уларҙың береһе «Бандит» ҡушаматлы Ишембай егете. Алғы һыҙыҡта ул ҡаты яралана һәм контузия ала.
Башҡортостандың ярҙамын тойоп эш итәбеҙ ти яугирҙар. Сәләмәтлеген нығытҡандан һуң уларҙың күбереһе, кире алғы һыҙыҡҡа, дошман менән алышҡа ынтыла.
Рафиҡ Әхмәтшин



