Бөгөн Өфө ҡалаһының халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәрендә вакансиялар йәрминкәһе ойошторолдо

Граждандарға эшкә урынлашыуҙа булышлыҡ итеү. Бөгөн Өфө ҡалаһының халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәрендә вакансиялар йәрминкәһе ойошторолдо. Октябрь районында уҙған сарала «Байрам» кибеттәр селтәре һәм полиция батальоны эш урындары тәҡдим итте. Килгән халыҡҡа мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелде, һөнәри йүнәлеш биреү, уҡытыу, хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса кәңәштәр ҙә бирелде. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов әҙерләгән репоражда.

Тормош юлдары бер ҡасан да мәшғүллек үҙәге аша үтмәгәндәр был хеҙмәттең ни тиклем кәрәк булыуы тураһында уйлап та ҡарамай. Халыҡ араһында хатта биржаға тик ялҡауҙар ғына тора тигән фекер ҙә йәшәй. Әммә тормошта төрлө хәлдәр булыуы ихтимал. Рөстәм Ғәлин да былтыр көҙ урамда ҡалыуын күҙ алдына ла килтермәгән. Йәшәү өсөн төп сығанағын юғалтҡас ул шаңҡыу хәлендә ҡала, ниһәйәт ул үҙен ҡулға алып яңы эш урыны эҙләргә тотона.

Кесе йома һайын ойошторолған сираттағы вакансиялар йәрминкәһе яңы форматта үтте. Был юлы полиция батальоны һәм «Байрам» кибеттәр селтәре халыҡҡа төрлө эш урындары тәҡдим итте. Сауҙа итеүсе компания вәкилдәре әйтеүенсә, хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә. Өҫтәүенә социаль пакет бар һәм эш хаҡы конвертта түгел.

Пандемия ваҡытында Өфөнөң Октябрь районында эшһеҙ ҡалыусылар 10 меңгә еткән. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса әле 926 кешегә эшһеҙлек буйынса пособие түләнә. Аҙна һайын ойошторолған ошондай вакансиялар йәрминкәһе ярҙамында был күрһәткестең кәмей барыуы күҙәтелә.

Кадрҙарға ҡытлыҡ кисереүсе компаниялар бөгөнгө сара барышында эшһөйәр һәм шәхси тормошон үҙгәртергә теләгән хеҙмәткәрҙәрҙе тупланы. Ә инде эш эҙләүселәр өсөн ул тотороҡло хеҙмәт хаҡы ғына түгел, профессиональ үҫеш өсөн ныҡлы нигеҙ булып та тора.

Илдар Байбулатов

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ