Башҡортостан буйынса Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәте белгесе Регина Аҡмалова белдереүенсә, уҙған аҙнала 30 мең ярымдан ашыу кешегә ОРВИ диагнозы ҡуйылған. 187 пациентта, шул иҫәптән, 118 балала грипп булған. Лабораторияла үткәргән тикшеренеүҙән күренеүенсә, күптәрҙә гриптың В төрө асыҡланған.




