Райондың мамыҡ шәлдәре республикала ла, илдә лә дан тота. Улар йылы, матур һәм сифатлы. “Шәл бәйләү, уны биҙәкләү оҫталығы быуындан-быуынға тапшырыла. Ғаиләләр йылы яулыҡтар һатып аҡса эшләй ала”, - ти Ейәнсуранан Клара Сибәғәтова, Гөлсиә Татлыбаева һәм Хәмдиә Теләүбирҙина.
Ейәнсура шәлдәренә Каринэ Хәбирова ла юғары баһа бирә.
Ейәнсурала йыл һайын шәл фестивале ойошторолоп килә. Халыҡ кәсептәре фестивалендә лә район оҫталары 15 йыл рәттән Гран-при яулай. “Республика халыҡ ижады үҙәге менән бергә башҡорт дебет шәленә патент әҙерләнек. Ул махсус комиссияға тапшырылған”, - ти Ейәнсура район мәҙәниәт йорто белгесе Альфред Ваһапов.







