Унда халыҡ--ара хеҙмәттәшлек, иҡтисадтың төрлө өлкәләрендә берҙәм проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу мөмкинлектәре ҡаралды. Сауҙаны арттырыу, бизнесты үҫтереүгә айырыусы иғтибар булды. - Беларусь президенты командаһының ярҙамынан башҡа халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкин түгел. Ил етәкселеге беҙгә сода алыуҙа булышлыҡ итеүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Беҙ уны экспорталарға әҙербеҙ. Бынан тыш Башҡортостанда уникаль хайуандар - зубрҙар үрсетеү тураһында килештек. Тәүгеләре быйыл уҡ килтерелергә тейеш, - тине Радий Хәбиров.




