Уҙған байрам алды төнөндә Башҡортостан сиркәүҙәрендә һыуҙы изгеләндереү йолаһы башҡарылды. Республика буйынса был төндө һыуға сумыу өсөн 99 урын әҙерләнгәйне. Уларҙың береһе Нижегородҡа биҫтәһендә Ағиҙел йылғаһында ойошторолдо. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Керәшен кисе ғибәҙәт ҡылыуҙан башланды. Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендәге Крестовоздвиженский сиркәүендә лә халыҡ һәр йылдағыса күп. Араларында Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары вәкилдәре лә бар.
Руханиҙар Нижегородка биҫтәһе урамдары буйлап үтеп, Ағиҙел йылғаһындағы рәсми мәкегә юлланды. Урында ҡотҡарыусылар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре эшләне. Йола атҡарырға килгән махсус палаткаларҙа кейем алмаштыра алды, уларға ҡайнар сәй һәм ялан бутҡаһы тәҡдим ителде.
Керәшен кисен күҙәтергә башҡа дини конфессиялар вәкилдәре лә килгәйне. Улар йылына бер кис кенә булған изге һыу алыу мөмкинлегенән файҙаланды.
Дөйөм алғанда, республикала һыуҙа сумыу өсөн 99 урын әҙерләнгәйне. Ғафури районының Красноусол шифаханаһы биләмәһенә йоланы башҡарырға күрше район-ҡалаларҙа йәшәүселәр ҙә килде.
Азат Ғәлиуллин






