Радий Хәбиров бөгөн Беларусь президенты эштәре менән идара итеүсе Юрий Назаров менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөн Беларусь президенты эштәре менән идара итеүсе Юрий Назаров менән осрашты. Унда халыҡ-ара хеҙмәттәшлек, иҡтисадтың төрлө өлкәләрендә берҙәм проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу мөмкинлектәре ҡаралды. Сауҙаны арттырыу, бизнесты үҫтереүгә айырыусы иғтибар булды.

Беларусь президенты командаһының ярҙамынан башҡа халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкин түгел. Ил етәкселеге беҙгә сода алыуҙа булышлыҡ итеүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Беҙ уны экспорталарға әҙербеҙ. Бынан тыш Башҡортостанда уникаль хайуандар - зубрҙар үрсетеү тураһында килештек. Тәүгеләре быйыл уҡ килтерелергә тейеш, - тине Радий Хәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ