Ярышта республика район һәм ҡалаларынан 69 ғаилә сығыш яһаны. Уйындар “Динамо” спорт комплексында булды. Ярышта башланғыс класс уҡыусылары ата-әсәләре менән ҡатнашты. Улар быймалы хоккей, эстафета, ҡулса менән йүгереү һәм башҡа күңелле старттарҙа көс һынашты. Фестивалдә ҡатнашҡан ғаиләләр тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
“Яңы йыл ғаилә уйындары” фестивале ҡышҡы каникул барышында үткәрелә. Спорт байрамы халыҡты сәләмәт йәшәү рәүеше, спорт һәм физкультураға йәлеп итеү маҡсатынан ойошторола.







