Алдағы ике йылда күрһәткес ике тапҡырға артыр, тип күҙаллана. Уҡыусылар өсөн уңайлы шарттар булдырыуө өсөн федераль бюджеттан ҙур суммалар йәлеп ителә. Төҙөкләндереләсәк белем усаҡтары һаны буйынса республика ил төбәктәре араһында алдынғы урындарҙа. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.
Яңыртылған ашханала аш та тәмлерәк тойола, ти Дәүләкән ҡалаһының 4-се лицей уҡыусылары. Беренсе һәм икенсе ризыҡ талаптарға ярашлы әҙерләнә, ә икмәк урындағы билдәле заводтан килтерелә. Ашнаҡсылар өсөн хеҙмәт шарттары ла төҙөкләндереү сиктәрендә күпкә яҡшырған. Һәр хеҙмәткәр өсөн айырым эш урыны булдырылған. Элеккенән айырмалы, ит, балыҡ һәм йәшелсә-емеш төрлө цехтарҙа һаҡлана. Бешеренеү плиткалары ла күпкә ҡеүәтлеһенә алмаштырылған.
Ә был кабинетта уҡыусылар компьютер нескәлектәренә төшөнә. Кескәйҙәр презентация эшләргә өйрәнһә, өлкәнерәктәр программа кодтарын үҙләштерә. Уҡыусылар араһында IT белгес булырға теләк белдереүселәр ҙә бар. Заманса технологиялар бында һәр бер кабинетта бар.
Төҙөкләндереү сиктәрендә мәктәп бинаһы ғына ремонтланып ҡалмай, ихата ла тәртипкә килтерелә. Хәүефһеҙлек әсөн яңы кәртә ҡуйыла, спорт майҙансығы яңыртыла, юлдар асфальт менән ҡаплана.
Ә был яңыртылған мәктәп Хәйбулла районы Маҡан ауылында урынлашҡан. Программа сиктәрендә белем усағы яңы мебель, заманса йыһаздар менән тәьмин ителгән. Бинаның фасады көпләнә, тәҙрәләре алмаштырыла.
Ишембай ҡалаһының 1-се гимназияһы уҡыусылары ла уҡыу йылы башынан йылы, яҡты кабинеттарҙа белем ала. Ә бына ҡаланың 12-се мәктәбе быйыл төҙөкләндерәләсәк мәктәптәр исемлегенә ингән. Уҙған быуаттың40-сы йылдарында уҡ уҡ төҙөлгән бина күптән иҫкергән. Февраль аҙағында ремонт башланыу сәбәпле, уҡыусылар икенсе белем усаҡтарына күсереләсәк.
Былтыр федераль программа сиктәрендә төбәктә 63 мәктәп төҙөкләндерелгән. Программа артабан да дауам итә. Алдағы ике йылда республикала тағы ла 140 мәктәпте ремонтлау күҙаллана. Был маҡсатта 8 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтелгән. Аҡсаның төп өлөшө федераль бюджеттан йәлеп ителгән.
Рәзилә Ғиниәтуллина



