Башҡортостандың йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы ағзалары былтыр 200-ҙән ашыу иркенән мәхрүм ителеүсенең эшен ҡарап, улар янына холоҡ төҙәтеү урындарына барған. Был турала Башинформ мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында әйтелде. Осрашыуҙа тамамланған йыл йомғаҡтары барланды, Башҡортостан башлығының балалар, эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдәре менән ике яҡлы килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.
Республиканың йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы ағзалары араһында айырыуса әүҙем һәм һөҙөмтәле эшләүселәргә Рәсәй Федерацияһы йәмәғәт палатаһының рәхмәт хаттары тапшырылды. Мәғариф һәм фән министрлығы, шулай уҡ махсус ябыҡ учреждениелар менән артабан да берлектә эш алып барыу юлдары ҡаралды. 2022 йылдың 6 сентябренән йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы төрлө һөнәр эйәләрен берләштергән 18 кешелек яңы составта эшләй.






