Беларусь Республикаһына сәфәре барышында Башҡортостан башлығы «Амкодор» холдингының илдең төрлө өлкәләрендә урынлашҡан етештереү майҙансыҡтарында булды. Радий Хәбиров сәнәғәт һәм ауыл хужалығы өсөн продукция етештереү технологияһы менән ҡыҙыҡһынды. Мәҫәлән, «Амкодор-Эластомер» предприятиеһында Башҡортостан башлығына резина-техник әйберҙәр етештереүҙе күрһәттеләр.
Радий Хәбиров, завод ихтияждары өсөн Башҡортостандан химия продукцияһын оҙатыу мөмкинлеге тураһында ла фекер алышты. «ПРОДИ» компанияһы майҙансыҡтарында иһә АБС-пластик йәки полуретандан трактор һәм юл хужалығы техникаһына интерьер һәм экстерьер өлөштәре етештерелә
Дзержинск ҡалаһында ла Радий Хәбиров «Амкодор» холдингына ингән «Элезер» предприятиеһында булды. Ул ауыл хужалығы техникаһын етештереүгә махсуслашҡан. Был майҙансыҡта иген таҙартыу , ер эшкәртеү һәм мал аҙығы әҙерләү буйынса 40 төрҙән ашыу техника һәм ҡоролма сығарыла. Ошондай уҡ завод былтыр май айында Башҡортостанда төҙөлә башланы.



