Республика Башлығы өсөнсө йыл рәттән ошондай һөҙөмтә күрһәтә. Ил төбәктәре етәкселәре араһында Радий Хәбиров етенсе баҫҡыста. Медиакиңлектә Мәскәү мэры Сергей Собянин иң күп телгә алына. Радий Хәбировтың юғары урында булыуын Рәсәйҙең яңы төбәктәренә гуманитар ярҙам ебәреү, мобилизация менән алыныусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә адреслы ярҙам күрһәтеү буйынса әүҙем эш алып барыуы менән аңлаталар.




