Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Минскиға рәсми сәфәр барышында "Промагролизинг" компанияһы генераль директоры Павел Каротких, "Беларусь үҫеш банкы" идаралығы рәйесе урынбаҫары Сергей Столярчук менән осрашты. Унда Башҡортостан хужалыҡтарына кредит биреү мөмкинлеге ҡаралды. Был санкция шарттарында көнүҙәк темларҙың береһе. Республикала техниканы яңыртыуға ҙур иғтибар бирелә. Уҙған йылда 3 мең 223 ауыл хужалығы техникаһы алынған.




