Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, унынсы юбилей форумында дәүләт башлыҡтары Владимир Путин һәм Александр Лукашенконың ҡатнашыуы көтөлә. Эшлекле программанан тыш, мәҙәни саралар ойошторола. “Евразия йөрәгендә славян баҙары” музыка фестивале, “Дуҫлыҡ тирмәһе” этник мәҙәниәттәр байрамы ҡарала. Марттан июнгә тиклем Өфөлә Мәктәп спорты фестивале, йәштәр һәм туғандаш ҡалалар форумдары, шулай уҡ халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе була.




