Сатлама һыуыҡтарҙы башҡорт тоҡомло бал ҡорттары яҡшы үткәрә

Иң мөһиме ашарға һәм күс көслө булһын, тиҙәр умартасылар. Ә күс көслө икән, тимәк киләһе бал һарҡытыу миҙгеленә лә өмөттәр ҙур. Нәҙекәй билдәрҙең нисек ҡышлауы тураһында Айнур Кәбиров репортажы.

Бал ҡорттары өсөн иң ҡулай температура нолдән алып плюс икегә тиклем. Тап ошондай һауа шарттарында ғына улар яҡшы ҡышлай ала. Әгәр умарта эсе һыуына башлаһа бал ҡорттары йылынып та ала.

Климаттың үҙгәреүе уларҙың туҡланыуына, умарталарҙың торошона ла йоғонто яһай. Мәҫәлән, умарта баҙында улар асыҡ һауала ҡышлауға ҡарағанда күпкә әҙерәк бал ашай. Тимәк ризыҡтары ла оҙаҡҡа етә.

Шулай ҙа бал ҡорттарының ҡышлауы уларҙың тоҡомона ла бәйле. Нәҙекәйбилдәрҙең башҡорт популяцияһы һыуыҡтарға бирешеп бармай, ти умартасылар. Ләкин бының өсөн тоҡомдо таҙартып, ауырыуҙарҙан арындырып тороу шарт.

Иң мөһиме тынлыҡ, ти умартасылар. Әгәр күс шаулай икән, борсолорға урын бар. Сысҡан, йә иһә башҡа хәүеф янай. Шуға күрә умартасылар бал ҡорттарының сәләмәтлеген көҙҙән үк хәстәрләй.

Вәлиәхмәтовтар 500 күс ҡышлата. 150-һе ҡурала ғына булһа, ҡалғандары урмандағы ағас йортта. Унда ла умартасылар йыш барып тора. Туҡһанынсы йылдар башынан алып ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән йүнселдәр нәҙекәйбилдәрҙең нисек ҡышлауына киләһе бал миҙгелендәге уңыш бәйле икәнен яҡшы аңлай.

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ