Экспозицияла Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Рәйеф Баҙыҡов менән Вячеслав Стрижевскийҙың ижади эштәре урын алған. Тормоштоң һоҡланғыс мәлдәрен иҫтәлеккә кадрҙа ҡалдырған замандаштарыбыҙ тураһында киләһе яҙма.
Рәйеф Баҙыҡов тәүге фотоаппаратын уҙған быуаттың алтмышынсы йылдарында хаҡы төшөрөлгән магазиндан һатып алған. Кадрҙар яһау шул тиклем күңеленә ята, йылдан-йыл ул техникаһын яңыртып, оҫталығын камиллаштыра ғына. Фоторәссам булараҡ хеҙмәт юлын күп даналы «Төҙөлөш тауышы» гәзитендә башлаған, йәш сағынан алып республиканың төп ижтимағи-сәйәси баҫмалары менән хеҙмәттәшлек иткән. Ижади эштәрендә рәсми сараларҙан тыш, Башҡортостандың хозур тәбиғәте, ауыл-ҡала күренештәре, һабантуйҙар урын алған.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйеф Баҙыҡов билдәле музыкант Зәйнетдиндең дүрт йәшендә оло сәхнәләге тәүге сығышын да кадрға алған. Ниһайәт тарихи фото авторы сәхнә оҫтаһы менән осрашып, бүләген тапшырҙы.
Милли музейҙа асылған фотокүргәҙмә «Ике бабай» тип атала. Бында Рәйеф Баҙыҡовтың төрлө йылдарҙағы ижади эштәренән тыш, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле театр-йәмәғәт эшмәкәре Вячеслав Стрижевскийҙың уникаль кадрҙар аша тормошҡа ҡарашы ла сағылыш тапҡан. Хаҡлы ялға сыҡҡан фоторәссамдар берләшеп, иң яҡшы кадрҙарын халыҡ иғтибарына сығара.
Вячеслав Александрович - ике тиҫтәнән ашыу фотокитап авторы, Башҡортостан мәҙәниәте тарихы, театр социологияһы буйынса ғилми эштәре лә күп. Фоторәссам билдәләүенсә, репортер эшмәкәрлеген уңышлы алып барыу өсөн күп тә кәрәк түгел - талант, тырышлыҡ һәм шөғөлдө яратып башҡарыу ғына талап ителә.
Гөлназ Хәйбуллина



