Башҡортостанда Беларусь республикаһында тегелгән кейем һатыласаҡ

Радий Хәбиров Гомель ҡалаһында "Коминтерн" предприятиеһында булды. Унда ир-егеттәр өсөн костюмдар тегелә. Башҡортостан  Башлығы һәм предприятие етәкселеге уҡыусылар өсөн мәктәп формаһы сығарыуҙа хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тураһында һөйләште. - Башҡортостанда етештереүҙе яйға һалырға тәҡдим иттем, әммә был ҡатмарлы процесс. Беҙҙең баҙарҙы костюмдар өсөн дә асырға кәрәк. Белоруссияла министрҙар, төбәк башлыҡтары ошо предприятиела тегелгән костюмдар кейә, - тине  Радий  Хәбиров.

Фото №1 - Башҡортостанда Беларусь республикаһында тегелгән кейем һатыласаҡ
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ