Унда комбайндар һәм башҡа агротехника эшләп сығарыла. Улар Рәсәйгә һәм башҡа илдәргә һатыла. Техниканың 70-тән ашыу моделе бар. - Беҙ ауыл хужалығын яңыртыуҙы дауам итәбеҙ. Лизинг программалары буйынса даими рәүештә Белоруссия техникаһы һатып алына. Уға ихтыяж ҙур, - тине Радий Хәбиров. Киләсәктә "Гомсельмаш" комбайндарын Башҡортостанда эшләп сығара башлау планлаштырыла.







