Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар телекүпер аша ғаиләләре менән бәйләнешкә инде

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Башҡортостан яугирҙары телекүпер аша ғаиләләре менән бәйләнешкә инде. Уларҙың күптәре былтырҙан алып ғаиләләре менән хәбәрләшкәне булмаған. Хәрбиҙәр ниһәйәт ата-әсәләрен, яҡындарын яңы йыл, раштыуа байрамдары менән ҡотлай алды.

Башҡортостан менән бәйләнеш булдырылғас егеттәрҙең һәр береһенә айырым ғаиләләре менән һөйләшеү мөмкинлеге бирелде. Яугирҙар үҙҙәрен ысын хәрбиҙәрсә тотһа, ә бына уларҙың ата-әсәләре, ҡатындары, балалары күҙ йштәрен тыя алманы.

Үҙәк хәрби округта хеҙмәт иткән егеттәр өсөн туғандары менән аралашып тороу мөмкинлеге һирәк эләгә. Ҡайһы берәүҙәр туғандарын йыллап күргәндәре юҡ. Ҡайһы бер яугирҙарың яңы тыуған сабыйҙары хатта тәпәй баҫа башлаған.

Үҙәк хәрби округ үҙ яугирҙарына ошондай тура бәйләнештәрҙе йышыраҡ ойошторасаҡ. Ғаиләләре менән аралашыу егеттәрҙә рух күтәренкелеге, илһөйәрлек тойғоларын көсәйтә, ти етәкселек.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ