Уҡыу йортон төҙөкләндереүгә республика бюджетынан 20 миллион һумға яҡын аҡса бүленде. Бөгөн колледжда 50-гә яҡын студент белем ала, яңы уҡыу йылында был һанды бер нисә тапҡырға арттырыу күҙаллана. Октябрьскийҙан БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина булды.
Тарихи фото биттәрендә - Октябрьский ҡалаһындағы элекке медицина колледжы студенттары. Бөгөн улар төрлө дауахана етәкселәре, республика кимәлендә билдәле белгестәр. 2009 йылда урта белем биреү учреждениеһы ябыла, ә урындағы үҫмерҙәргә Туймазыға йөрөп уҡырға тура килә. Әлегә тиклем. Яңы медицина колледжы асылғандан һуң, студенттарға уңайлы уҡыу шарттары булдырылды.
Әлегә колледждың «Шәфҡәт туташы эше» бүлегенда 50 студент белем ала. Киләсәктә уҡыу йүнәлештәрен һәм студенттар һанын арттырыу күҙаллана. Йәмғеһе уҡыу йорто 200-ҙән күберәк урынға иҫәпләнгән. Әйткәндәй, колледж филиалы дауахана ҡаласығында урынлашҡан. Тимәк, йәш белгестәргә теорерияны, урында уҡ нығытыу мөмкинлеге буласаҡ.
Ике ҡатлы бинала капиталь ремонт яһалған. Видеокүҙәтеү ҡоролмалары, йылытыу һәм янғынға ҡаршы система ҡуйылған. Уҡыу кабинеттары яңы мебель, заманса ҡоролмалар йыһазландырылған. Китапханала студенттар өсөн электрон ресурстарға бәйләнеш булдырылған.
Октябрьский ҡалаһында медицина кадрҙарына ҡытлыҡ күҙәтелә. Яңы учреждение булдырылыу менән, проблема аҙ ғына булһа ла, хәл ителер, тип көтөлә. Бындай филиалдар республиканың тағы ла Нефтекама, Учалы ҡалаларында һәм Мәсәғүт ауылында асылды.
Рәзилә Ғиниәтуллина



