Башҡортостанда «Гомсельмаш» комбайндарын йыйыуҙы ойоштроу һәм Беларусь республикаһының еңел сәнәғәт предприятиелары менән хеҙмәттәшлекте нығытыу ҡарала. Был турала Радий Хәбиров етәкселегендәге республиканың рәсми делегацияһының Гомель ҡалаһына сәфәре барышында фекер алышынды.
Башҡортостан башлығы Беларусь республикаһы Могилев өлкәһендәге юл яны сервисы мөмкинлектәре менән танышты. «Белоруснефть» компанияһына ҡараған комплекс, яғыулыҡ һатыуҙан тыш, автоһәүәҫкәрҙәргә төрлө хеҙмәттәр тәҡдим итә. Техник хеҙмәтләндереү, автомобилде йыуыу пункты, электромобилдәргә көс йыйҙырыу станцияһы, ҡунахана һәм балалар майҙансыҡтары шуларҙың бер нисәһе генә. Юл яны сервисы комплексы структураһына агрохужалыҡтар ҙа инә. Үҙ баҫыуҙары һәм фермаларында етештерелгән аҙыҡ-түлек сауҙа ойошмалары һәм дөйөм туҡланыу селтәре аша һатыуға сығарыла. Юл яны сервисы һанлы технологияларҙы үҙләштерә, туристарҙы йәлеп итеү буйынса заманса ысулдарҙы ҡуллана.
Гомель ҡалаһында Башҡортостан башлығы «Гомсельмаш» предприятиеһында туҡталды. Беларусь республикаһының комбайндар һәм башҡа ауыл хужалығы техникаһын иң эре етештереүсеһе Рәсәй, Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе һәм башҡа сит илдәргә үҙ продукцияһын оҙата. Гомсельмаш менән Башҡортостан да хеҙмәттәшлек итә. Республиканың ауыл эшсәндәре техниканы лизинг программалары буйынса күпләп һатып ала тип билдәләне Радий Хәбиров сәфәре барышында.
Башҡортостан менән Гомель өлкәһенең хеҙмәттәшлек пландары буйынса, «Гомсельмаш»тың иген урыу комбайндарын республикала йыйыуҙы ойоштороу ҡарала.
Рәсәйҙән көнбайыш компаниялары киткән осорҙа Башҡортостан баҙарын Белруста етештерелгән еңел сәнәғәт тауарҙарына киңерәк асырға кәрәк. Был турала Башҡортостан башлығы Гомель ҡалаһында «Комитерн» предприятиеһы эшмәкәрлеге менән танышҡандан һуң белдерҙе. Бында ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар өсөн өҫ кейеме тегелә. Костюм, төрлө күлдәктәр, пальтолар коллекцияһы Рәсәйгә лә оҙатыла. Мәктәп формаһын сығарыу яйға һалынған. Сәфәре барышында Башҡортостан башлығы предприятие етәкселеге менән хеҙмәттәшлек мәмкинлектәре тураһында ла фекер алышты.
Гомель ҡалаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Гомель өлкә башҡарма комитеты рәйесе Иван Крупко менән осрашыу уҙғарҙы. Уның барышында төрлө өлкәлә төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу юлдары барланды. Былтыр Башҡортостан менән Гомель өлкәһе араһында тауар әйләнеше 68 процентлыҡ үҫеш күрһәтеп, 40 миллион долларға еткән.
Башҡортостан делегацияһы вәкилдәре «мәңгелек ут» мемориаль комплексында ла туҡталды. Республика башлығы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Гомель ҡалаһын фашист илбаҫарҙарынан азат итеү өсөн башын һалған совет яугирҙары иҫтәлегенә сәскә гөлләмәләре һалды.



