Юғалтыуһыҙ, малды көр ҡыш сығарыу өсөн улар бар көсөн һала. Баймаҡ районы фермеры Радик Рәсүлевтың хужалығында эштәр нисек ойошторолған? Был турала киләһе яҙмала.
Ҡышҡылыҡҡа хужалыҡ йылдағыса тейешле кимәлдә әҙерләнде. Алдағы ҡоролоҡ йылдарында ла фермер Радик Рәсүлев мал һанын 250 баштан кәметмәне, 120 һауын һыйыры һәр йыл 20-25 тана менән тулыланып тора.Ә уҙған йылдың уңышлы килеүе фермерға етәрлек кимәлдә аҙыҡ әҙерләп алыуға мөмкинлек бирҙе.Үләндең мул булыуы малдарҙың һарайға көр инеүенә булышлыҡ итте.
Хужалыҡта 11 кешегә эш урыны булдырылған. Шулар араһында яуаплы ,тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр ҙә бар.Быҙау ҡараусы Розалия Исламова 6 йыл эшләй, Һауынсы Мәүлиха Әфләтүнова - 10 йыл. Дөйөм хеҙмәт стажы 30 йылға яҡын.Тырышлығы өсөн ул Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Һыйырҙың һөтө телендә тигәнде яҡшы белә мал ҡараусылар .Ҡышҡы осорҙа малдан юғары сифатлы продукт алыу өсөн уларҙы витаминлы аҙыҡтан өҙмәйҙәр. Хужалыҡта малды яһалма юл менән ҡасыралар, әле уларҙың быҙаулау осоро тамамланған.






