Билдәле тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр рус армияһының сит илдәрҙәге походтары, алыштары тураһында тарихи материалдар менән сығыш яһаны. Сара сиктәрендә башҡорт батырҙары исемдәрен мәңгеләштереү мәсьәләһе күтәрелде. Музейға килеүселәр архив документтар, фотоһүрәттәр экспозицияһы, «Төньяҡ амурҙары»ның яу яланы кейемдәре, ҡоралдары менән танышты.






