ДОСААФ-тың Баймаҡ бүлексәһе мастерҙары Өфөлә уҙған автомобиль йөрөтөү буйынса бәйгелә еңеү яулаған

Былтыр ДОСААФ-тың Баймаҡ бүлексәһе мастерҙары баш ҡалала уҙған автомобиль йөрөтөү буйынса беренселектә еңеү яулаған. Алдынғыларҙан һаналған бүлексәгә күптән түгел «Башҡортостандың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған Рәшит Бәхтиев етәкселек итә. Тулыраҡ Баймаҡ телевидениеһы әҙерләгән яҙмала.

Рәшит Исмәғил улы хеҙмәт юлын 1988 йылда,йүнәлтмә буйынса, Салауат ҡалаһы АТП һында башлай. Бер үк мәлдә йәш белгес өстәмә рәүештә ДОСААФ тала курсанттар уҡыта,аҙаҡ иһә Баймаҡҡа эшкә ҡайта. 30 йылдан ашыу төрлө категориялы водительдәр әҙерләй. Тырыш хеҙмәт лайыҡлы баһалана-остаз «БР-ҙың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре» наградаһына лайыҡ була.

Хәҙерге замана һәр кемдән тиерлек руль артына ултырыуҙы талап итә. Әммә тимер ат менән дуҫ булырға, үҙеңдең һәм юлдағыларҙың именлеген тәьмин итер өсөн юл, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен белергә, уларҙы теүәл үтәргә кәрәк. Был маҡсатта урында курсанттарға төплө теоретик һәм практик белем бирелә, шулай уҡ хәрби водительдәр ҙә әҙерләнә.

ДОСААФтың Баймаҡ бүлексәһе республикала алдынғы урында. Уҙған йыл баш ҡалала уҙған автомобиль йөрөтөү буйынса беренселектә, бүлексәнең мастерҙары еңеү яулай. 2023 йыл Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителде. Хеҙмәт итеү дәүерендә меңәрләгән водителгә юл асҡан Рәшит Бәхтиев, ысын мәғәнәһендә, оҫта остаз, үҙ эшен яратып башҡарған, унан йәм -тәм табып йәшәгән кеше ул.

Альбина Байегетова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ