Кемгәлер юл, берәүҙәргә трактор, бәғзеләр балалар майҙансығы төҙөтә. Башҡортостанда урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашыу өсөн халыҡ йыйындары ойошторола. Унда конкурс шарттары өйрәнелә, тормошҡа ашырыласаҡ объекттар һайлап алына һәм йыйыласаҡ аҡса күләме билдәләнә. Ошондай уҡ йыйылыштар Иглин районында ла күпләп үтә. Балтика ауылы халҡы бер тауыштан балалар уйыны майҙансығы төҙөтөргә хәл итте.
Ауыл халҡы әйтеүенсә, урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн яҡшы мөмкинлек. Ауструм ауылы биләмәһенә ҡараған Искра ауылы ла урам аша үткән юлды төҙөкләндеререгә ҡарар иткән.






