Әбйәлил районында Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамов иҫтәлегенә хәрби көрәш буйынса ярыш үтте

«Комбат» асыҡ республика турнирында хужаларҙан тыш, Өфө, Сибай, Магнитогорск ҡалалары һәм Хәйбулла районы спортсылары ҡатнашты. Буласаҡ ил һаҡсыларын Тамерландың әсәһе һәм Башҡортостан башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов сәләмләне. Ҡыҙыу алыштар барышын БЮТ ижади төркөмө күҙәтте.

Әбйәлил районы һәр ваҡыт үҙенең ҡурҡыу белмәҫ улдары менән дан тота. Былтыр йәй был исемлек тағы ла бер Герой менән тулыланды. Асҡарҙа тыуып-үҫкән Тамерлан Илһамов махсус хәрби операцияла оло батырлыҡ күрһәтте. Тиңһеҙ ҡаһарманлығы өсөн башҡорт егетенә үлгәндән һуң, Рәсәй Геройы исеме бирелде.

Беҙҙең республикала һәләк булған хәрбиҙәр иҫтәлегенә төрлө ярыштар уҙғарыу матур йолаға әйләнгән. Бындай күренеш спорт төрөн үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға, халыҡты сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыуҙа һәм иң мөһиме яҡташ геройҙарҙың исемен мәңгеләштерергә ярҙам итә.

Алик Камалетдинов, Башҡортостан башлығының хәрби хеҙмәткәрҙәр менән эш итеү буйынса кәңәшсеһе

Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың яҡты иҫтәлегенә арналған ярыш 120-нән ашыу мәктәп уҡыусыһын бер келәмгә йыйҙы. Турнирҙа Башҡортостан төбәктәренән тыш, күрше Силәбе өлкәһе вәкилдәре лә ҡатнашты. Йәш спортсылар 23 ауырлыҡ үлсәмендә көслөләрҙе билдәләне.

Ярышты асыу тантанаһында Рәсәй Геройының әсәһе лә ҡатнашты. Айгөл Милләт ҡыҙы әйтеүенсә, Тамерлан ғаиләлә ҡатын-ҡыҙҙар тәрбиәһендә генә үҫә. Әммә был уға ысын ир-егет булып буй еткерергә ҡамасауламай. Сөнки бала саҡтан спорт менән шөғөлләнә. Ярыш үткән «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы уның иң яратҡан урындарының береһе була.

Бөгөнгө ярышты ойоштороусыларға оло рәхмәтемде белдерегем килә. Улар минең улымдың иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн күп көс һала. Шулай уҡ әлеге турнир үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай тип уйлайым.

Айгөл Шакирова, Рәсәй Геройының әсәһе

Дөйөм алғанда, призлы урындар өсөн көрәш көсөргәнешле һәм ярайһы уҡ тигеҙ барҙы. Бөтә командалар ҙа тиерлек үҙҙәре менән төрлө дәрәжәләге миҙалдар алып ҡайтты. Ойоштороусылар Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамов иҫтәлегенә ярышты киләһе йылдарҙа ла даими уҙарып торорға килеште.

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ