Полилингваль мәктәптәр туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереүҙең бер ысулы. Республикала ошондай белем усаҡтары булдырыла. Бөгөн Өфөлә – ике, Нефтекама һәм Стәрлетамаҡта – бер полилингваль мәктәп эшләй. Унда 5 мең самаһы бала уҡый. Ошондай уҡ мәктәптәр Учалы, Акъяр, Мишкә, Асҡын, Үрге Тәтешле һәм Бишбүләктә асыла. “Был мәктәптәрҙең матди-техник нигеҙе яҡшы. Унда сифатлы белем бирелә”, - ти Башҡортостан Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева.
Әңгәмәнең тулы вариантын ошонда тыңларға була: https://vk.com/wall-27097047_317185




