Башҡорт батальондары хәрбиҙәренә өҫтәмә социаль ярҙам күрһәтеләсәк

Радий Хәбиров башҡорт батальондары хәрбиҙәренә өҫтәмә социаль ярҙам күрһәтеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Был турала ул Республика менән идара итеү үҙәгендә ойошторолған оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. Быға тиклем Миңлеғәле Шайморатов, Александр Доставалов, Салауат Юлаев исемендәге батальондарға үҙ ирке менән ҡушылыусыларға 200 мең һум бер тапҡыр түләнһә, хәҙер ошо уҡ күләмдәге финанс ярҙам алғы һыҙыҡта 180 көн хеҙмәт иткән осраҡта йәнә бүленә. Һәм уны 180 көн үткән һайын түләү ҡарала. Радий Хәбиров Хөкүмәткә мәсьәләне мөмкин тиклем тиҙерәк ойошторорға ҡушты.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ