Башҡортостан башлығы Әлшәй районында махсус хәрби операцияла һәләк булған егеттәрҙең ата-әсәләре менән осрашты. Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Айбулат Ғәбделмәнов, Руслан Хәлимов һәм Рөстәм Шевяховтың ата-әсәһенә илһөйәр рухлы ул тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе, Шайморатов ордендарын тапшырҙы. Беҙ ҡаһарман улдарыбыҙ тураһында оноторға тейеш түгелбеҙ, уларҙың ата-әсәләрен, ғаиләләрен, туғандарын иғтибар, хәстәр менән уратып алырға бурыслыбыҙ, тине Радий Фәрит улы.
Башҡортостан башлығы һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың ата-әсәләренә Республика кардиология диспансерында дауалау һәм реабилатиция курсы үтергә тәҡдим итте. Район башлығы Дамир Мостафин Әлшәй батырҙарының исемен мәңгеләштереү саралары ҡараласаҡ, йәш быуын уларҙың өлгөһөндә тәрбиәләнәсәк тине. Ата-әсәләр үҙ сиратында даими хәстәр, йылы мөнәсәбәт өсөн рәхмәт белдерҙе. Айбулат Ғәбделмәновтың әсәһе Нурия Дамир ҡыҙы әйтеүенсә, улы тыуған иленең ысын патриоты була.






