Бөрө ҡалаһында коррекция мәктәп-интернаты төҙөкләндерелде

Телмәр үҫеше менән ҡатмарлыҡ кисергән малай-ҡыҙҙарға белем биреүсе мәктәп тулыһынса яңыртылды. Ремонт сиктәрендә кабинеттар, ашхана, китапхана, спорт майҙансығы төҙөкләндерелде, учреждение уҡыу-уҡытыу өсөн заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Тәнәфес минуттары ла күңелле һәм файҙалы үтә. Бөрө ҡалаһы коррекция мәктәп-интернатында уҡыусылар магнит-маркер таҡтала интеллектуаль уйындар уйнап, коворкинг майҙанда белемен камиллаштыра. Учреждениела үткәрелгән капиталь ремонттан һуң малай-ҡыҙҙарға уҡыу, спорт һәм ижад йүнәлештәрендә үҫешергә шарттар булдырылған.

Бөрө мәктәп-интернатында 1-4 класс балалары белем ала һәм тәрбиәләнә, бөгөн бында республиканың төрлө район-ҡалаларынан 385 бала иҫәпләнә. Насар һөйләшкән малай-ҡыҙҙар дүртенсе синыфты тамамлап күп осраҡта һауығып дөйөм белем биреү учреждениеларына күсерелә. Шуға ла уларҙың һөйләшеү һәләтен яҡшыртыу өсөн уҡыу һәм йәшәү шарттары мөһим ярҙам булып тора.

Кескәйҙәр өсөн китапхана ла төҙөкләндерелгән. Бынан тыш, китаптар һәм уҡыу әсбәптары 100 процентҡа тиклем яңыртылған. Робот техникаһы, инженеринг кабинеттарында 3 Д принтер урынлаштырылған, уның аша балалар үҙҙәренең проекттарын тормошҡа ашыра ала.

Бөрө мәктәп-интернатында капиталь ремонт үткәреү өсөн 20 млн һум аҡса йүнәлтелгән. Был суммаға бина тулыһынса тәртипкә килтерелгән, йылытыу системаһы яңыртылған һәм мәктәп майҙанында спорт зонаһы ойошторолған. Яҙ етеп ҡар ирегәс балалар яңы түшәлгән футбол майҙанында һәм ял ҡаласығанда уйнап, күңелле ял итәсәк тип көтөлә.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ